Кисә, 17 октябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында "Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ" спектакленең премьераһы үтте.
Күптән көтөлгән сараға әҙиптең яҡындары, райондаштары ла килде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған проектты тормошҡа ашырыуға "Берҙәм Рәсәй" партияһы булышлыҡ иткән. Ул "Театрҙар балалар өсөн" федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сәхнә әҫәре драма һәм ҡурсаҡ театрын, кино һәм әҙәбиәтте берләштерә.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта бындай спектаклдәрҙе эшләгәнебеҙ юҡ. Эш башлағанда күп әйбер аңлашылмай ине. Әҙерлек башланыу менән барыһы ла үҙ яйына һалынды, ти.
Спектаклдә Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны. Тамашасыға уларҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан Айрат Әхмәтшин, Эмиль Латипов һәм башҡа актерҙар, ә автор тексын Олег Ханов уҡыны. Үҙенсәлекле проектты тамашасыға күрһәтеүселәргә Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова рәхмәтен еткерҙе.