Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакле өҫтөндә эшләй

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакле өҫтөндә эшләй

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады хаҡында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакле өҫтөндә эш дауам итә. Әлеге мәлдә драматург Владимир Аношкиндың пьесаһын уҡыу, рәссамдар Игорь Слявчин менән Әнисә Томаншинаның ҡурсаҡтар һәм декорация эскиздары буйынса фекер алышыу бара. Эшкә хореограф Светлана Әйүпова ла тотондо – ул спектаклгә пластик театр элементтарын индерергә уйлай. Музыкаль биҙәлеш буйынса композитор Урал Иҙелбаев үҙ тәҡдимдәрен индерә.

Идея авторы һәм режиссер Альберт Имаметдинов актерҙарға ролдәр бүлеп, эшләй ҙә башланы. “Спетаклдә 30-ан ашыу персонаж. Ә труппала 14 артист. Режиссер булараҡ, ҙур, ҡыйын, әммә бик тә бик ҡыҙыҡлы эште “йырып” сығыр кәрәк. Тик барыһы ла оло теләк менән яна. Ҡай саҡта ҡыҙыу бәхәстәр ҙә тыуа, тик унһыҙ булмай! Материал ҡатмарлы. Драматург бер нисә тапҡыр пьесаны үҙгәртте, ул беҙҙең театрҙа “йәшәй” тиһәң дә була”, - тип һөйләне Альберт Альфритович.

Спектакль театраль сезон аҙағында тапшырылырға тейеш, а премьераһы иһә яңы миҙгелгә билдәләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb