22 апрель көнө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында драматург Борис Хандың - "Ҡыҙыҡай һәм килмешәк" (“Девочка и пришелец") спектакленең премьераһы көтөлә.
Яңы әкиәт өсөн музыканы билдәле композитор Урал Иҙелбаев яҙған, ә рәссам Наталья Кандалова ҡурсаҡтар өсөн сағыу костюмдар өҫтөндә эшләгән.
Ата-әсәһен тыңламаған, өйҙән ҡасҡан бала менән ни булыры мөмкин? Бәлки үҙе кеүек тик ултырмаҫ, тынғыһыҙ балалар менән танышыр? Ә ул бала сит ил планетаһынан булып сыҡһа? Үҙ-ара, ата-әсәһе менән уртаҡ тел таба алырҙармы? Барлыҡ ошо һорауҙарға яңы спектаклде ҡарағас ҡына яуаптар табылыр.
Борис Хандың "Ҡыҙыҡай һәм килмешәк" тамашаһын ҡарарға килегеҙ, балаларығыҙға күңелле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял минуттары бүләк итегеҙ! Саф, ихлас кескәйҙәр донъяһына рәхим итегеҙ!
Кескәйҙәрегеҙҙең ҡыҙыҡһыныусанлығын арттырырға теләһәгеҙ балаларығыҙҙы был тамашанан ситтә ҡалдырмағыҙ.