Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында өс йәшкәсә балалар өсөн интерактив спектаклдең премьераһы була

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында өс йәшкәсә балалар өсөн интерактив спектаклдең премьераһы була

19 һәм 20 июндә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры кескәй тамашасыларҙы "Бәпембә еҫе ниндәй?" исемле интерактив спектаклдең премьераһына саҡыра.

Был - "Kuku-project" проектының өс йәшкәсә балаларға иҫәпләнгән "Йыл миҙгелдәре" спектаклдәре циклын йомғаҡлаусы  дүртенсе спектакль. Уға тиклем проект балаларға көҙ, ҡыш һәм яҙ тураһында һөйләне, хәҙер йәй сираты килеп етте. Режиссер һәм ҡурсаҡ театры актрисаһы Виктория Щербакова пьесаны яҙҙы, уның буйынса ул Надежда Беззубова һәм Александр Верхоземский менән бергә уҙған проекттар буйынса таныш ҡуян, терпе һәм айыу персонаждары ҡатнашлығында әкиәт ҡуя.

Бэби-спектакль интерактив әкиәт-уйынды хәтерләтә, йәғни балалар спектаклдә геройҙар менән бергә ҡатнаша ала. Ҡуйыусыларҙың уйынса, спектакль, тәү сиратта, кескәйҙәрҙе театр менән таныштыра: тамаша Кесе залда, ышаныслы атмосферала бара, унда кескәйҙәр көслө тауыштар һәм сағыу яҡтылыҡтан ҡурҡмаҫ - бөтә декорациялар наҙлы төҫтәрҙә башҡарылған, ә кейеҙҙән эшләнгән ҡурсаҡтар йомшаҡ уйынсыҡтарҙы хәтерләтә.

Программала скрапбукинг буйынса оҫталыҡ дәресе һәм әкиәт декорацияларында фотосессия менән тамамлана, шуға күрә тамашасылар спектакль тураһында иҫтәлеккә үҙ ҡулдары менән башҡарылған асылмалы хат һәм фото алып ҡайтасаҡ.

"Ҡурсаҡ театры июнь аҙағына тиклем эшен дауам итә. Театр бинаһы 2024 йылға тиклем төҙөкләндереүгә ябылыуы ихтимал. Ошо ваҡыт эсендә ваҡытлыса майҙансыҡтарҙа тамашасылар менән осрашырбыҙ. Шуға күрә балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе Ҡурсаҡ театры атмосфераһын тойоу өсөн июндәге спектаклдәргә саҡырабыҙ ", - тине әҙәби-драма бүлеге етәксеһе Диана Гәрәева. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb