Севастополь ҡалаһында Халыҡ-ара кино форумы үтте. Унда беҙҙең республика вәкилдәре лә ҡатнашты. Фестивалдә “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән “Өс хат” фильмы күрһәтелде. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына фильм “Актерҙар” номинацияһында уңышлы тип табылды.
“Өс хат”тағы ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бара. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкилә Ҡалмантаева, республиканың атҡаҙанған артисы Физәлиә Рәхимова һәм Зиләрә Юлтаева башҡорт ауылында йәшәгән ҡатын-ҡыҙ образдарын күңелгә үтерлек итеп башҡара. Улар фронтҡа киткән ир-егеттәренән зарығып хаттар көтә. Әммә бәхет килтерерме почтальон ҡыҙ, әллә үлем хәбәреме – бер кем дә белмәй. Ҡыҫҡа метражлы фильм булыуына ҡарамаҫтан, һәр герой күңелгә үтеп инде, актерҙарҙың ҡарашынан үҙҙәрен тотошона тиклем әсир итте, ти кино һөйөүселәр.