Башҡорт фильмдары халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы

Башҡорт фильмдары халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы

Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың "Бабич" һәм "Беренсе Республика" фильмдары ФЕСТПРО халыҡ-ара кинофестивалендә еңеү яуланы. Фестиваль 13 майҙан 19-на тиклем Мәскәү, Санкт-Петербург, Пенза һәм Владимир ҡалаларында үткән. "Бабич" кинотаҫмаһы "Иң яҡшы тулы метражлы фильм" номинацияһында иң көслөһө тип табылған.

Бынан тыш, төп ролде башҡарыусы Илгиз Таһиров "Иң яҡшы ирҙәр роле", Алһыу Тимеркәева "Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше" номинацияларында еңгән. "Беренсе Республика" фильмы "Иң яҡшы сценарий" һәм "Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам" номинацияларында юғары баһа алған. Кинофестивалгә донъяның 60 иленән 568 заявка ҡабул ителгән булған.

 

Башҡорт фильмдары халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb