Башҡорт фотографының эштәре “Рәсәйҙең йәш фотографтары” конкурсының финалына үтте

Башҡорт фотографының эштәре “Рәсәйҙең йәш фотографтары” конкурсының финалына үтте

“Рәсәйҙең йәш фотографтары-2020” Бөтә Рәсәй фотоконкурсы һәм фестивале тамамланды. Билдәле фото белгестәренән торған конкурстың баһалама комиссияһы финалистарҙы һайлап алды, улар фестиваль сиктәрендә Калуга ҡалаһында үтәсәк күргәҙмәлә ҡатнашасаҡтар. Барлығы Рәсәйҙең 74 төбәгенән 932 йәш авторҙан заявкалар килде конкурсҡа. Башҡортостан данын был конкурста Гөлназ Ғәлимуллина яҡланы.

Уның “Номерной” тип аталған фоторәсемдәр серияһы йәшерен кинооператор Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡовҡа бағышлана. Рафиҡовтың эше йәшерен ил ваҡиғалары менән бәйле һәм 40  йыл буйы йәшерен шрифтлы булып һынала. Тик 2000-се йылдарҙа ғына уның исеме асыла, әммә эштәре һаман да йәшерен булып ҡала.

Мәхмүт Рафиҡов беренсе йәҙрә һынауҙарын, беренсе атом һыу аҫты кәмәһен төшөрә. Һауанан төшөрөүсе иң шәп фотограф була. Радиоактив нурланыш ала һәм мөғжизә менән тере ҡала. Һауығып сығыу менән уны Сергей Королев саҡырып ала. Рафиҡов Юрий Гагариндың осошонан һуң ергә төшөүен төшөрөүсе берҙән-бер оператор була.

Гөлназ Ғәлимуллина Мәхмүт Рафиҡов тураһында документаль фильм төшөргәндән һуң, күпмелер ваҡыт үткәс, үҙенең геройы ҡулланған шундай уҡ фотоаппарат алып, уҙаманды фотоға төшөрә. Бынан һуң 2-3 ай үткәс, Мәхмүт Мөхәмәтйән улы был донъянан китеп тә бара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb