"Башҡорт халыҡ ижады"ның XV томы донъя күрҙе

"Башҡорт халыҡ ижады"ның XV томы донъя күрҙе

«Китап» нәшриәтендә «Башҡорт халыҡ ижады»ның XV томы (мөнәжәттәр) донъя күрҙе. 
Был томда халыҡ хәтерендә һаҡланған, хәҙерге көндә лә башҡарыла килгән мөнәжәттәр бирелә. Күпселек материал – телдән, яттан көйләп башҡарылған мөнәжәттәр. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең архивында һаҡланған (1960-1970 йылдарҙа яҙып алынған), шулай уҡ төҙөүсе йыйған (1982-2018), һуңғы йылдарҙа фольклорсылар тарафынан экспедициялар ваҡытында (2003-2018) яҙып алынған мөнәжәттәр һүҙе, көйө һәм башҡарыу үҙенсәлектәре берлегендә бирелә. Күп кенә мөнәжәттәрҙә иҫке төркисә әйтелеш, шулай уҡ ерле һөйләш үҙенсәлектәре һаҡлана. Жанр традициялары үҫешен сағылдырыу йәһәтенән аныҡ күрһәткес булған йәдкәр дәфтәрҙәренән алынғандары ла бар. Мөнәжәт көйҙәрен нотаға И. Д. Мөслимов һалды.
Томды төҙөүсе һәм инеш мәҡәлә авторы, аңлатмалар, һүҙлек әҙерләүсе филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева мөнәжәттең генетик, тарихи үҙенсәлектәре, тематикаһы, тәғәйене, үҫеш юлдарына ҡағылышлы һорауҙарҙы асыҡлай.
Китаптың текстар өлөшөндә мөнәжәттәрҙең дөйөм төрки ҡулъяҙмалар йәки боронғо дини китаптар мираҫында булғандары түгел, ә башлыса халыҡ хәтерендә, телендә һаҡланған һәм башҡарылғандары, йәғни фольклорлашҡан өлгөләре бирелә.
Мөнәжәттәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәре күбеһенсә халыҡ һөйләшенә, урындағы диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, иҫке төркисә  «бу», «имдия»,  «ирдия», «сән» (һин), һүҙҙәре һәм киҫәксәләре  менән бирелә. Аңлатмалар өлөшөндә мөнәжәттең ҡыҫҡаса яҙылып алыу тарихы, урыны, информатор паспорты, тексҡа бәйле иҫкәрмәләр урын алған. Һүҙлектә ғәрәп, фарсынан ингән һүҙҙәрҙең тәржемәһе бар. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb