Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы

Сибай ҡалаһында ике көн барған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Быйыл ул XVI тапҡыр үткәрелде.

Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә бара, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Баһалама ағзалары араһында ҡасандыр ошо конкурста ҡатнашып, бөгөн йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров та булды.

Ижади бәйге дүрт йәш төркөмөндә уҙғарылды: 7 - 10 йәшлектәр, 11 - 16 йәшлектәр, 16 - 45 йәшлектәр — һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр — профессиональ башҡарыусылар. 16 - 45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияла (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнашты.

11-16 йәшкә тиклемгеләр араһында гран-при Учалынан Аиша Йыһаншинаға тапшырылды. Конкурста иң йәш ҡатнашыусы булып Сибай ҡалаһынан өс йәшлек Айлина Сәғәҙәтова сығыш яһаны. Уға эшҡыуар Илсур Нәбиуллин велосипед тапшырҙы. Үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар араһында еңеүселәрҙең исемдәре әлегә әйтелмәне. Еңеүселәр тиҙҙән Сибай ҡалаһында үтәсәк "Урал аръяғы-23" инвестиция һабантуйында билдәле буласаҡ.

Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала округы хакимиәте.

 
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы 16-сы тапҡыр уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb