Башҡорт халыҡ көйҙәре Брайль форматында донъя күрҙе

Башҡорт халыҡ көйҙәре Брайль форматында донъя күрҙе

Композитор Данир Мәхмүтов һуҡырҙарға һәм насар күргән баянсыларға башҡорт халыҡ көйҙәре менән танышыу мөмкинлеген бүләк итте. Уның ярҙамында 110 көйҙөң нотаһы Брайл формында баҫылды.

Проект Президент грантары фонды булышлығында Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы менән берлектә «Код доступа» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырылды.

Был баҫмалар инклюзив һәм махсуслаштырылған мәктәптәргә, муниципаль райондар китапханаларына йүнәлтеләсәк, шулай уҡ шәхси ғаризалар буйынса ла таратыласаҡ.

«Башҡорт композиторҙарының Брайль рельеф-нөктә шрифты менән башҡарылған ното-музыкаль баҫмалары» проекты 2025 йылда Президент гранттары фонды конкурсы еңеүсеһе булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb