«Башҡорт халҡының үлемһеҙ «Урал батыр» эпосы» республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсы иғлан ителде

«Башҡорт халҡының үлемһеҙ «Урал батыр» эпосы» республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсы иғлан ителде

2021 йылдың 16 мартынан 22 апреленә тиклем Өфөлә «Башҡорт халҡының үлемһеҙ «Урал батыр» эпосы» республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсы уҙғарыла. Унда Башҡортостанда йәшәүсе 12  йәштән өлкән кешеләр, китапханалар уҡыусылары, белем биреү учреждениелары уҡыусылары, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары (йәкшәмбе мәктәптәре) тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни үҙәктәре ағзалары ҡатнаша ала.

Конкурстың ойоштороусылары – Өфө ҡалаһының 8-се «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы һәм БР-ҙың «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге.

Сараның маҡсаты – халыҡ араһында әҙәбиәтте һәм ауыҙ-тел ижадын йәйелдереү, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау һәм үҫтереү, башҡорт милли мәҙәниәт төптән өйрәнеүгә этәргес биреү.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән материалдар ике минуттан артмаҫҡа тейеш. Эштәр түбәнге номинациялар буйынса ҡабул ителә:

– «Урал батыр» эпосын нәфис һөйләү;

– «Урал батыр» эпосы буйынса музыкаль-театраль сығыш.

Конкурс өс өлөштән торасаҡ: эштәрҙе ҡабул итеү, жюри тарафынан һайлап алыу һәм интенет селтәрендә тауыш биреү.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ошо шартты үтәргә кәрәк: ойошторусы китапхананың социаль селтәрҙәге төркөмөнә яҙылырға https://vk.com/club82619089. Заявкаларҙы Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә һәм хатҡа «Республиканский конкурс чтецов «Бессмертный эпос башкирского народа «Урал батыр» тип яҙырға кәрәк. Эштәр 3 апрелгә киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.

Артабан жюри һәр номинация буйынса утыҙышар видеоны һайлап аласаҡ һәм онлайн тауыш биреү этабына үткәрәсәк. Тауыш биреү 8-се китапхананың рәсми сайтында ( http://www.8.ufa-lib.ru/) 14 – 21 апрелдә барасаҡ. Еңеүселәр электрон дипломдар менән бүләкләнәсәк, барлыҡ ҡатнашыусыларға электронт сертификаттар ебәреләсәк.

Конкурстың Положениеһын ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин:

https://8.ufa-lib.ru/respublikanskij-konkurs-chtecov-bessmertnyj-epos-bashkirskogo-naroda-ural-batyr!1 .

 «Башҡорт халҡының үлемһеҙ «Урал батыр» эпосы» республика нәфис һүҙ оҫталары конкурсынан ситтә ҡалмағыҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb