Башҡорт йыр-моң сәнғәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе Ғәлиә Солтанова “Һағышым йырҙарымда” исемле концерт программаһы менән сығыш яһай

Башҡорт йыр-моң сәнғәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһе Ғәлиә Солтанова “Һағышым йырҙарымда” исемле концерт программаһы менән сығыш яһай

 30 ғинуарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова “Һағышым йырҙарымда” исемле концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.  Тамашаның режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Билдәле йырсының 80 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған байрам кисәһендә филармонияның солистары һәм коллективтары Ғәлиә Солтанова репертуарынан йырҙар башҡара. 

Ғәлиә Солтанова халыҡ йырҙарын ғына түгел, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрен дә актив пропагандалаусы, күп көйҙәрҙең тәүге башҡарыусыһы ла була. Әйткәндәй, Ғәлиә Солтанованың йырсы булып китеүендә атаҡлы композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтовтың өлөшө ҙур. Уға артабан уҡыуын дауам итеүҙә, йырсы булараҡ үҫеүҙәике аралағы ижади дуҫлыҡ ныҡ ярҙам итә. Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы үҙ сиратында композиторҙың бик күп әҫәрҙәрен беренсе булып халыҡҡа алып сыға.

Ғәлиә Солтанованың сылтырап торған тауышы, үҙ моңо, йылдар үтә торһа ла, үҙ көсөндә, үҙ төҫөндә яңғырай. Ғәлиә Солтанованың тауышын бер кем менән дә бутарға ла, оноорға ла мөмкин түгел.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb