Күптән түгел генә ,3 декабрҙә башҡалабыҙҙың иң матур биналарының береһендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыларының һәм башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында гала-концерт булып үтте.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған”Башҡорт йыры” проекты йылдан-йыл популярлыҡ яулай.Башҡорт халыҡ йырҙарын киң пропагандалау, уны киләһе быуынға тапшырыу, яңынан-яңы исемдәр асыуҙа проект ғәйәт ҙур эш башҡара.Быйылғы бәйге бик тә ҡыҙыу барҙы.Конкурсанттар жюри ағзаларына өс йыр тәҡдим итте: башҡорт халыҡ йыры, популяр эстрада йыры һәм ретро йыр.
Башҡортостан халҡы «Башҡорт йыры»ның гала-концертын Яңы йыл төнөндә ҡарай ала.
«Башҡорт йыры-2016» конкурсының еңеүселәре билдәләнде, беренсе урынға Илнур Ишембаев менән Нәргизә Аралбаева лайыҡ булды, бүләккә туристик юллама тапшырылды. Иң яҡшы йыл йырына Салауат Мөхәмәтйәров башҡарыуында «Һағыш» йыры билдәләнде.
Автор: Г. Багаева
фото: М. Ғәйетбаев