“Башҡорт йыры” телевизион фестиваль-конкурсында Гран-при Алмас Сирусинға тапшырылды

“Башҡорт йыры” телевизион фестиваль-конкурсында Гран-при Алмас Сирусинға тапшырылды

“Башҡорт йыры” телевизион фестиваль-конкурсында Гран-при быйыл Алмас Сирусинға тапшырылды. Еңеүсе бүләккә символик статуэтка һәм 50 мең һум аҡса алды. Фестивалдең гала-концерты 30 ноябрҙә һәм 1 декабрҙә үтте. Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн 50-нән ашыу кеше ғариза ебәрҙе, уларҙың яртыһы финалға сыҡты. Профессиональ һәм һәүәҫкәр йырсылар республиканың төрлө райондарынан йыйылғайны. Гала-концерт программаһына иң-иңдәр генә үтте, ә еңеүселәрҙе билдәле композиторҙар һайланы. “Башҡорт йыры” бәйгеһе республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле. Электән килгән матур йола буйынса, шоуҙы Башҡортостан юлдаш телеканалында 31 декабрҙә ҡарарға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb