Башҡортостан йәштәре өсөн июль айы бай йөкмәткеле һәм сағыу башланды. Йома көн иртән үк республиканың төрлө төбәгенән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы эргәһендәге яланға ашыҡтылар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Илеш районы хакимиәте һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ойошторған «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» икенсе милләт-ара асыҡ форумы тап ошонда үтте. Сарала республиканың 36 районынан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, шулай уҡ Пермь өлкәһенән һәм күрше Татарстан Республикаһынан да ҡунаҡтар байтаҡ булды.
Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы Хакимиәте вәкилдәре лә был саранан ситтә ҡала алманы, палаткалар йөкмәп, өс көнгә етерлек аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып, үҙҙәрен башҡалар алдында һынатмаҫҡа бер-береһен дәртләндереп Үрге Йәркәйҙең һабантуй уҙа торған майҙанына ашыҡтылар.
Форум эшен, алдан планлаштырғанса, төрлө йүнәлештә алып барҙы. Беренсе көндө көнүҙәк темалар буйынса өйрәнеү майҙансыҡтары әүҙем эшләне, мастер-кластар ҙа һәммәһен йыйҙы. Йәркәйҙәр ҙә үҙҙәренә йыйылған ҡунаҡтарҙы матур ҡаршыланы, «Саҡма тояҡ аттарҙа» тип аталған ат сабыштары уҙғарып, йәштәрҙең сараһын йәмләнеләр.
Ике көн барышында майҙандан йыр-моң өҙөлмәне, сөнки «Йәшлек моңо-2017» төбәк-ара йәш башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың да бәйгеһе ошонда уҙҙы. Форумсылар рәхәтләнеп тә, сәмләнеп тә минифутбол, волейбол команда уйындарында, армрестлинг, гер күтәреү, көрәш буйынса көс һынашты. Шул уҡ ваҡытта йәштәр һабантуйы ла ойошторолдо. Һабантуйҙан кем буш ҡайтһын инде?! Бында ла милли спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Шулай уҡ шәжәрә конкурсы һәм милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ класы ла йәштәрҙе йәлеп итте. Кистәрен сәхнәлә танылған йырсылар сығыш яһаны, ә форумдың һуңғы көнөндә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сара ҡунаҡтары өсөн матур бүләк яһаны. Бай тәьҫораттар менән, көс-ҡеүәт алып, яңы дуҫтар табып таралышты Башҡортостан йәштәре. Хушлашманылар, ә киләсәктә тағы ла, был юлы инде Салауат районында осрашырға килешеп ҡайттылар.
Сығанаҡ: http://ufacity.info/bs/press/news/259750.html