Башҡорт йәштәре йыйынына рәхим итегеҙ!

Башҡорт йәштәре йыйынына рәхим итегеҙ!

Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр башҡорт йәштәрен оло ҡорға йыябыҙ. Йырҙарҙа данланған Ирәндек буйында, Граф күле янында, 29 июлдә Башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Данлы тарихыбыҙға яңы күҙлектән бағып, халҡыбыҙҙың бай мираҫына – йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып әҙерләнгән яңыртылған форматтағы йыйынға республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән йәштәр саҡырыла.

Ҡатнашыусыларҙы мауыҡтырғыс мажара – этноквест көтә. Уның барышында йәштәр шәжәрә, «Урал бөркөтө» конкурстары, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған интеллектуаль уйындарҙа белемен тикшерәсәк. Уйын барышында иң күп мәрәй туплаған райондарға ҙур бүләктәр әҙерләнгән.

Еңеүгә юлды еңеләйтеү өсөн алдан мәрәйҙәр туплай башларға мөмкин. Бының өсөн һеҙҙе Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” төркөмөндә барған «Шағир.ру», «Мин башҡорт кейемендә!» һәм «Башҡортостан – йөрәгемдә» тип аталған интернет-конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Әүҙем командалар иҫәбенә конкурстарҙа ҡатнашҡан өсөн иң юғары мәрәйҙәр яҙыласаҡ.

Байрамда көрәш һәм грепплингта билде һынарға, традицион милли уйындарҙа күңел асырға ла мөмкин буласаҡ.

Бынан тыш, Ылаҡ һәм һыбайлы биатлон буйынса күрһәтмә сығыштар, Башҡортостанды донъя аренаһында танытҡан билдәле спортсылар – «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллин, төрлө һуғыш төрҙәрендә чемпион исемен яулаған Денис Шафиҡов, Илфат Әмиров һәм Динар Аҡмырҙин менән осрашыуҙар ҡаралған.

Йыйындың күрке – заманса башҡорт кейеме фестиваль-конкурсында шәхси предприятиелар һәм дизайнерҙар тәҡдим иткән күҙҙең яуын алырлыҡ кейем коллекцияһы менән танышырһығыҙ.

Киске программала – Радик Юльяҡшин һәм этно-рок төркөмдәр ҡатнашлығындағы концерт, таңға ҡәҙәр башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары менән берлектәге «Беҙ башҡортса бейейбеҙ» тип аталған дискотека көтә.

Шәп байрамдан ситтә ҡалмағыҙ!

Йыйын 29 июль иртән сәғәт 11 -ҙә башлана.

Ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

Сығанаҡ: http://kurultay-ufa.ru

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb