22 октябрҙә Краснокама районының Аҡтанышбаш ауылында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен Әхмәтхужа Әхмәҙуллин исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона тапшырыу тантанаһы үтте.
Шулай уҡ был көндә Нурғәлиев112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Хәнәфий Нурғәлий Нурғәлиев исемендәге мемориаль таҡтаташҡа, Таһир Күсимов етәкселегендәге 275-се кавалерия полкы штабы начальнигы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байраҡсыһы Әхмәтҡужа Айсыуаҡ улы Әхмәҙуллин исемендәге мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала рәсми ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев; РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова; БР Милли архивы бүлеге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин; Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социо-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Фәриҙә Йосопова, шулай уҡ "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы башҡарма комитеты ағзаһы, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты.
"Ауылдың тарихы менән танышҡас, ошо ерҙә ниндәй көслө кешеләрҙең йәшәүен аңланым, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. - Был ауылдың бик бай тарихы бында көслө кешеләрҙең йәшәүе хаҡында һөйләй. Район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә лә танылған шәхестәр тураһында һөйләшеүегеҙ менән һоҡланам. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының даны Миңлеғәле Шайморатовтың Советтар Союзы Геройы ордены тыуған иленә ҡайтҡандан һуң икенсе һулыш алды. Ә дивизияның ҡаһарманлығы туранан-тура яугирҙарҙың батырлығы менән бәйле. Дивизия ҡамауҙа ҡалғанда, нәҡ һеҙҙең яҡташтарығыҙ уны байрағын алып сыҡҡан. Бөгөн был байраҡ геройҙың Тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. Был - ысын байрам."