«Парламент газетаһының» матбуғат үҙәгендә башҡорт кинематографистары Айнур Асҡаров менән Рим Шәрәфетдиновтың фильмдары күрһәтелде.
Илдең киноиндустрия тармағы етәкселәре, кино тәнҡитселәре, йәштәр парламенты ағзалары, яҡташтар һәм студенттар иғтибарына Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы менән Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар һәм һоро бүреһе» тәҡдим ителде. Сара Мәскәүҙә үткән башҡорт киноһы сиктәрендә ойошторолдо. Уны уҙғарыу тәҡдиме менән Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сыҡҡан. Сенатор әйтеүенсә, Юғары палата өсөн кино тармағын үҫтереү мөһим темаларҙың береһе.
Осрашыуҙа республикала кино тармағын үҫтереүгә дәүләт кимәлендә иғтибар бүленеүе билдәләнде. Мәҫәлән, Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы Мәҙәниәт министрлығы грантына төшөрөлгән. Әлегә ил кимәлендә бындай тәжрибә киң таралмаған.
Әлеге ваҡытта республика кинематографистары алдында үҙҙәренең экран әҫәрҙәрен киң аудиторияға еткереү бурысы тора. Билдәле режиссер һәм мультипликатор Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре» фильмы интернетта ярты миллиондан тамашасы йыйған. Һәләтле режиссерҙың ижад емеше федераль каналдарҙа ла күрһәтелгән. Был юлы уның менән «Карусель» каналы хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе. Мәскәүҙә башҡорт киноһы көндәре дауам итә. Мәскәү тамашасыһын «Өфөнән һөйөү менән» һәм «Бабич» фильмдары геройҙары менән осрашыу көтә. Яҡташтарыбыҙ Ҡырымда һәм Суздальда уҙасаҡ фестивалдәргә лә саҡырыу алған.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/bash-ort-kino-y-m-sk-/