1 октябрҙә Халыҡ-ара музыка көнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалында күләмле телепроект — башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы башлана. Проектты «Милли проекттар. Мәҙәниәт» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы тормошҡа ашыра.
Быйыл «Елкән» телеконкурсының һайлап алыу турына 136 ғариза килгән. Конкурс турына 47 ҡатнашыусы үткән. Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға тейеш. Конкурс дүрт номинация буйынса үткәрелә: фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ музыка ҡоралдары. Финалсылар симфоник оркестр менән ҙур сәхнәлә уйнау мөмкинлегенә эйә була.
«Елкән»дең өсөнсө миҙгелен тынлы музыка ҡоралдарында уйнаусылар башлай. 12 йәш музыкант башҡорт академик музыкаһын башҡара.
Башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсының өсөнсө миҙгеленең тәүге сығарылышын 1 октябрҙә киске сәғәт 6-ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарағыҙ.