Башҡорт милли кейеменә арналған түңәрәк үҫтәл үтте

Башҡорт милли кейеменә арналған түңәрәк үҫтәл үтте

Башҡортостан Милли музейында 11 сентябрҙә «Халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтенең сағылышы булараҡ милли кейем» түңәрәк өҫтәле үтте. Милли костюм көнө сиктәрендә ойошторолған сара тарих һәм мәҙәниәт өлкәһе белгестәрен, рәссам-модельерҙарҙы бергә йыйҙы. Түңәрәк өҫтәл эшендә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты. Ул үҙенең сығышында милли кейемде популярлаштырыуҙа дәүләт яғынан иғтибар бүленеүен билдәләп үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров беренсе булып эшлекле башҡорт костюмын кейҙе. Милли кейемгә бағышланҡан парад йыл һайын бик күп кешеләрҙе берләштерә. Былтыр, мәҫәлән, унда 3500 кеше ҡатнашты. Шуға күрә башҡорт мили кейемен популярлаштырыу, уны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатында республикала башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында «Тамға» халыҡ-ара конкурсы ойоштороласаҡ.

Түңәрәк өҫтәл артында халыҡ үҙенсәлеген һаҡлауға, уны үҫтереүгә бәйле докладтар тыңланды, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

Сараны үҙенә күрә хаталар өҫтөндә эш тип атарға мөмкин. Түңәрәк өҫтәл һуңғы йылдарҙа милли костюм, биҙәүестәрҙе тергеҙеүҙә ебәрелгән аңлайышһыҙлыҡты бөтөрөүгә ҡайтып ҡалды.

Сара һуңында резолюция ҡабул ителде. Фәнни дәлилдәр менән ҡайтанан китап сығарыу, матур милли кейемдәрҙең фотоларынан тупланма баҫтырыу, ижади лабораториялар, практик семинарҙар үткәреү, башҡорт милли биҙәүестәрен сығарыусы цех ойоштороу  һәм башҡа маҡсаттар резолюцияға индерелде.

Башҡорт милли кейеменә арналған түңәрәк үҫтәл үтте
Башҡорт милли кейеменә арналған түңәрәк үҫтәл үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb