29 апрелдә Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Был турала урындағы милләттәштәребеҙ ойошмаһынан хәбәр итәләр. Сара “Санкт-Петербургтағы ислам мәҙәниәте көндәре” сиктәрендә ойошторола. Республиканан унда "Мираҫ" ансамбле ҡатнаша. Өфө коллективы Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтарҙың милли йыр-бейеүҙәрен башҡарасаҡ.