Башҡорт опера һәм балет театры артистары «Ҙур балет» телепроектында ҡатнаша

Башҡорт опера һәм балет театры артистары «Ҙур балет» телепроектында ҡатнаша

Башҡорт опера һәм балет театры артистары Алиса Алексеева һәм Айрат Мәсәғүтов  “Ҙур балет” телепроектының 4-се миҙгелендә ҡатнашасаҡ. Проект 2012 йылда эфирға сығып, ҡатнашыусыларға үҙҙәрен танытырға, һәләтен күрһәтергә һәм профессионал карьерала үҫешергә ярҙам итә. Конкурста артистар ҙа, сәнғәткә яңы аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә ҡатнаша ала.

4-се миҙгелдең алып барыусылары - беҙҙең яҡташыбыҙ, донъя опера сәхнәһе йондоҙо Илдар Абдразаҡов һәм Ҙур театр артисткаһы, Миландың Ла Скала балет труппаһы йондоҙо Светлана Захарова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb