Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған «Төньяҡ амурҙары» операһының либреттоһын һәм музыкаль фрагментын яҙыуға конкурс иғлан итә. Проект БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Бәйгелә теләгән һәр композитор һәм либретто авторҙары ҡатнаша ала, тип хәбәр итте театрҙың матбуғат секретары Елена Никульская. Конкурс бер нисә этапта үткәрелә: ғаризалар ҡабул итеү, әҙер эштәрҙе ҡабул итеү, жюри ултырыштары, еңеүселәрҙе һайлап алыу, һөҙөмтәләр иғлан итеү. Премия фонды 300 мең һум тәшкил итә.
Проект 1812 йылғы Ватан һуғышы тематикаһына арналған «Төньяҡ амурҙары» исемле күп актлы опера булдырыу буйынса күләмле проекттың беренсе этабы.
Ғаризалар – 2022 йылдың 15 мартына, эштәр 15 ноябренә тиклем ҡабул ителә, еңеүселәр 1 декабрҙә билдәләнәсәк.
Конкурстың положениеһы менән танышыу һәм электрон ғариза тултырыу өсөн һылтанма: https://www.bashopera.ru/severnye-amury/?fbclid=IwAR1rEe6-G1OfZ6SvzBcrfHNB4BfnbOcq-EGjl8Q_kmTZGNi20li91j_P5Ug.