Үткән шәмбе, 30 сентябрҙә Башҡорт опера һәм балет театры юбилейлы 80-се ижад миҙгелен асты. Тамашасыларға «Ал сәскә» балеты премьераһы тәҡдим ителде.
Балет ҡуйылышын тулыһынса Мәскәү ҡалаһынан килгән сәнғәт әһелдәре эшләне. Балеттың көйөн һәм либреттоһын Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле Мәскәүҙә эшләгән композитор Владимир Купцов яҙған.
Шулай уҡ хореограф, Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Петров, сценограф Григорий Белов һәм костюмдар буйынса рәссам Ольга Полянская йәлеп ителгән.