«Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр конкурсы башлана

«Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәр конкурсы башлана

Башҡортостанда «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсы башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт шағирының бер шиғырын туған телдә яттан һөйләп, видеороликты «Шиғыр һөйләүселәр конкурсы» билдәһе менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ғаризала ҡатнашыусының исем-шәрифен, йәшен, уҡыған йәки эшләгән урынын, әҫәрҙең исемен һәм авторын, бәйләнеш өсөн телефонды, электрон адресты күрһәтеү мөһим.

Конкурс 2020 йылдың 20 ноябренән 6 декабренә хәтлем биш йәш категорияһында ойошторола (5 йәшкә тиклем; 7-10 йәш; 10-15 йәш; 16-25 йәш һәм 25 йәштән өлкәндәр). Конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге.

Видеороликтар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналында баҫыла. Положение менән учреждениеның сайтында танышырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb