"Башҡорт шәле" конкурсында республиканың иң көслө шәл бәйләүселәре асыҡланды

"Башҡорт шәле" конкурсында республиканың иң көслө шәл бәйләүселәре асыҡланды

Өфөлә "Башҡорт шәле" конкурсында иң оҫта шәл бәйләүселәре асыҡланды. Баш ҡаланың мәҙәниәт һарайында ойошторолған конкурс-фестивалдә быйыл йөҙҙән ашыу ҡул оҫтаһы ҡатнашты.

Донъя баҙарына сығыр өсөн интернет аша һатыуҙар ойоштороу ҙа хәҙер бик популяр. Был йүнәлеште үҫтереүсе йәштәрҙең булыуы ла ҡыуандыра,-ти башҡорт шәле күргәҙмәһен ойоштороусылар. Конкурс-фестивалдә дебет һуғыу, иләү, сиратыу кеүек оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса традицион шәл буйынса Гран-прины Мәләүездән Гөлсимә Иҫәнғолова яуланы, биҙәкләп бәйләү буйынса Ейәнсура районынан Шәрифә Ҡорманаева лайыҡ булды.

Башҡортостанда  шәл бәйләү оҫталары конкурсы 20 йыл дауамында Күмертау ҡалаһы, Стәрлебаш һәм Ейәнсура райондарында  үткәрелеп килде. 2008 йылдан даими рәүештә Өфөлә уҙғарыла.

Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура,Күгәрсен, Хәйбулла райондары), Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ һәм Һаҡмар райондарында киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа (нескә, нәҙек) һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ иткәндер. Элек-электән башҡорттар күпләп мал тотҡан. Кәзә-һарыҡты һөт йәки ит өсөн генә түгел, ә йөнөнән, тиреһенән өҫкө кейем тегеү өсөн дә аҫрағандар. Шул ваҡыттан алып шәл бәйләү кәсебе лә барлыҡҡа килгән.

 Республикала халыҡ-ара һәм төбәк шәл бәйләү оҫталары конкурстары, күргәҙмәләре үткәрелә. Беренсе күргәҙмә Өфөлә 1992 йылда үтә. Был күргәҙмәлә 100- ашыу дебет шәле, селтәрле шәл һәм палантиндар күрһәтелә. Иң оҫта бәйләүсе тип Ейәнсуранан Хәтифә Исмағилова таныла. Икенсе конкурс Күмертау ҡалаһында 1996 йылда үткәрелә. Төбәк-ара халыҡ ижады фестивале 1998 йылда Ҡурған ҡалаһында үтә һәм унда ла беҙҙең оҫтабикәләр уңышлы ҡатнаша.

Ейәнсура районында «Шәл байрамы» тип ойошторолған сара махсуслаштырылған « Ейәнсура шәле» конкурс-күргәҙмәһенә әүерелеп, хәҙер өр-яңы статуста — «Башҡорт шәле» республика фестивале тип атала. 2015 йылда Гран-прины Иҫәнғол ауылынан Зөлфиә Бикбулатова яулаған. Был конкурсты Республика Халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Ярыш ҡалын шәл, йоҡа шәл һәм селтәр шәл; яҫы һәм оҙонса палантиндар; ҡара һәм аҡ шәл; төҫлө палантиндар номинациялары буйынса үтә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb