Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, пианист Айрат Таһир улы Кәримов вафат булды.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 13 майҙа иртәнге 11-ҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында үтә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34.
Айрат Кәримов 1941 йылдың 21 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуа. Өфөнөң 1-се музыка мәктәбен һәм училищеһын, шулай уҡ М. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһын тамамлай. Бер аҙ ваҡыт Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыта, һуңынан филармонияға эшкә күсә. Уның ижады нығыраҡ таныла бара һәм уны 1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилов үҙенең композиторҙар классына уҡырға саҡыра, уны 1981 йылда уңышлы тамамлай.
Институтты тамамлау менән Айрат Таһир улы Республика урыҫ драма театрына музыка бүлеге мөдире вазифаһына ҡабул ителә һәм унда эшләй.
Айрат Таһир улы Кәримов 3 тиҫтәнән ашыу спектаклде, бер нисә документаль фильмды музыкаль яҡтан биҙәгән, уның эштәре араһында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы буйынса ҡуйылған балет, Хәким Ғиләжевтың “46-сы һалдат” поэмаһы буйынса – симфоник әҫәр, флейта менән оркестр өсөн концерт-рапсодия, эстрада ансамблдәре өсөн пьесалар бар. Билдәле композиторҙың исемен Башҡортостанда еңел музыканың беренсе үрнәктәрен ижад иткән Таһир Кәримов, Бәхти Ғайсин, Мәжит Шәрипов менән бер рәткә ҡуялар, башҡорт профессиональ музыкаһына бөтөнләй яңы жанрҙар һәм стильдәр керетеүен дә билдәләйҙәр. Уның киң билдәле “Ромашка” йыры вальс-бостон жанрында яҙылған, “Ҡайғырма” һәм “Яҡты хистәр” йырҙары — танго, “Миләүшә” һәм “Киләсәктән килә тауыш” йырҙары — джаз-вальс, “Кайтам тыуған яктарға” — буги-вуги, ә “Һөйөү” йыры босса-нова стилендә ижад ителгән.