83 йәшендә бөтә донъяға билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә 11 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһында буласаҡ. Роберт Заһретдинов 1932 йылда Мәсетле районы Әжекәй ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһы, Свердловск музыка-педагогия институтында белем алған. 1969 йылда Өфөлә музыка-педагогия училищеһында эшләй башлай, ошо ваҡытта ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһыныуы тыуа. Үҙ ҡулдары менән музыка ҡоралдарын эшләй, камиллаштыра, төрләндерә. 1991 йылда Роберт Заһретдинов Бөтә донъя халыҡ инструменттары фестивалендә "Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы" тигән исемгә лайыҡ була. 1998 йылда иһә уға "Ҡумыҙҙа уйнауға өйретеү буйынса халыҡ-ара оҫта" тигән исем бирелә. Ошонан һуң төрлө илдәрҙә оҫталыҡ дәрестәрен уҙғара. Роберт Заһретдинов башҡорт, монгол, яҡут, фин, француз, немец милли көйҙәрен, ҡыҫҡа, һалмаҡ көйҙәр башҡара. Репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр иҫәпләнә, ул 50-нән ашыу йыр һәм инструменталь пьеса авторы.