Башҡорт драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған китап «Театр романы» – 2020 премияһына лайыҡ булды. «Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — 100 йыл. Тарих һәм хәҙерге заман очерктары» китабы авторҙары — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценттары Айһылыу Сәғитова һәм Гөлсәсәк Саламатова.
Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы онлайн үтте.
“Театр романы” конкурсына быйыл 140-ҡа яҡын баҫма тәҡдим ителгән. Иң яҡшы 6 китап авторына премия тапшырылды.
Премияның маҡсаты – театр тураһында әҙәбиәт өлкәһендәге нәшриәт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү; театр хаҡында әҙәбиәттең социаль әһәмиәтен арттырыу, уҡыусыларҙың һәм йәмәғәтселектең фекерен йәлеп итеү; театр хаҡында китап сығарыу, уны таратыу менән шөғөлләнгән нәшриәттәрҙең һәм фондтарҙың абруйын күтәреү.