Башҡорт теле көнө уңайынан “Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә ҙур байрам сараһы булды. Сара "МИН ЯРАТАМ ҺИНЕ, ТУҒАН ТЕЛЕМ" тип аталды. Унда талантлы артистар ҡатнашлығында - йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар, матур тамаша туған телебеҙҙә ойошторолдо.
Сарала эстрадабыҙҙың танылған, тамашасы яратҡан артистары: Азат Биксурин, Лилиә Ишемйәрова, Салауат Мөхәмәтйәров, Илдар Абдуллин, Рәфис Сирусин, Тимур Рамаҙанов сығыш яһаны. Шулай уҡ, талантлы йәш йырсы Наҙгөл Отузова, “Тамыр” вокал ансамбле, "Бишбармаҡ" оркестры сығыштары ла булды.
Кисәнең алып барыусылары менән бергә тамашасылар башҡорт теле менән бәйле уйындар уйнаны, конкурстар үтте, башҡорт теле тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт алды, төрлө мәҡәл, әйтем, фразеологизмдарҙы иҫкә төшөрҙө. Һәм концерт барышында конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан тамашасылар төрлө бүләктәр, алда буласаҡ концерттарға билеттар менән бүләкләнде. Килгән дуҫтарыбыҙ сығыштарҙы ҡарап, ҡул сабып ҡына ҡалманы, ҡушылып бейене, йырланы, артистар менән бергәләп куңел асты.