Башҡорт теле көнөндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры матур саралар ҡарарға саҡыра

Башҡорт теле көнөндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры матур саралар ҡарарға саҡыра

Иртәнге спектакль алдынан театр музейында экскурсия уҙасаҡ. Музейҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына, эшмәкәрлегенә арналған урындар бар. Бынан тыш, театр тарихы, уның билдәле шәхестәре, сәхнә арты тормошо хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алырға мөмкин.

11.00 сәғәттә күптән түгел генә Чебоксарҙар ҡалаһында үткән “Иҙел буйы әкиәте” фестивалендә “Йәш тамашасы өсөн иң яҡшы спектакль” исеменә лайыҡ булған Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың “Арба” әкиәтен килеп ҡарау мөмкинлеге бар. Ә 15.00 сәғәттә был спектакль “Культура РФ.” порталында онлайн күрһәтелә.

Көндөҙгө ваҡыттарҙа социаль селтәрҙәрҙә башҡорт шағирҙарының шиғырҙары театр актерҙары башҡарыуында видеояҙмаларҙа урын алыр. 18.00 сәғәттә яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрованың “Урал иле” әкиәте видеояҙмаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Дәүләтбаева башҡарыуында театрҙың “Ютуб” каналында һәм социаль селтәрҙәрҙәге битлектәрендә күрергә мөмкин буласаҡ.

19.00 сәғәттә Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ғашиҡтар көнө” музыкаль комедияһы театрҙың ҙур залында үҙ тамашасыларын көтөп ҡала.

“Спектаклдәргә инеү өсөн билеттарҙы Пушкин картаһы менән дә алырға мөмкин. Театрҙа һаҡланыу саралары хаҡында ла онотмаһын ине тамашасыларыбыҙ”, — тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb