Башҡорт теле көнөндә уҙасаҡ саралар хаҡында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов һөйләне

Башҡорт теле көнөндә уҙасаҡ саралар хаҡында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов һөйләне

Был аҙнала, 14 декабрҙә шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Был байрам уңайынан республикала ниндәй саралар көтөлә? Улар тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов һөйләне.

Быйыл саралар аң-белем таратыуға йүнәлтелгән һәм улар халыҡтың бөтә төр  ҡатламдарына ярашлы киң билдәле майҙансыҡтарҙа үткәрелә. Муниципалитеттарҙа методик ҡулланмалар булдырылған, уларҙың барыһында ла планға ярашлы саралар уҙа, студенттар һәм уҡыусылар өсөн башҡорт теленә арналған дөйөм кисәләр үтәсәк. Саралар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә уҙасаҡ.

– Өфөлә саралар Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Тантаналы шарттарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға танытмалар тапшырыласаҡ, – тине ул. – Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу маҡсатында сараларҙа билдәле шәхестәр, блогерҙар, артистар, яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашасаҡ. Район һәм ҡала башлыҡтарының башҡорт телендәге шиғри флешмобы традицияға әйләнер тигән өмөттәбеҙ. Өфө урамдарында туған башҡорт теле тураһында билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың цитаталары менән баннерҙар урын аласаҡ.

Илнур Мөхйәнов әйтеүенсә, был көндө Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында Рәми Ғариповтың шиғырҙары яңғыраясаҡ. Сауҙа үҙәктәрендәге майҙансыҡтарҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем  “Шиғри аш” флешмобы ойоштороласаҡ, унда актерҙар, студенттар, мәктәп уҡыусылары, блогерҙар шиғырҙар уҡыясаҡ.

“Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үтәсәк “Туған телем – башҡорт теле” концерт-акцияһы теләгән һәр кемде үҙенә саҡыра, ул үҙ эшен киске 6-ла башлаясаҡ. Милли музей Археология һәм этнография музейы менән берлектә күргәҙмәләр һәм интерактив майҙансыҡтар әҙерләй.

Төп сараларҙың береһе – Милли музейҙа III “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының күргәҙмәһен асыу. Күргәҙмәлә 50 оҫтаның эштәре төрлө номинацияла тәҡдим ителә. Шулай уҡ күргәҙмә эшләгән осорҙа оҫталар тарафынан мастер-класстар үткәрелә.

– Башҡорт теле көнөндә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң  барлыҡ филиалдарында төрлө субъекттарҙа йәшәгән башҡорттарҙың аутентик костюмдарына арналған видео-презентация күрһәтеләсәк, унда башҡорт теленең төрлө диалекттары ла сағыласаҡ, – тине министр урынбаҫары. – Был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһаясаҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ижади майҙан” ойошторасаҡ, ул биш мәҙәни-белем биреү майҙансыҡтарында барасаҡ.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды үткәргән “Минең Рәми” төбәк-ара шиғыр конкурсы 14 декабрҙә Гала-концерт менән тамамлана. Конкурста 800 кеше ҡатнашҡан, еңеүселәрҙе жюри финалда һайлап ала.

Республиканың мәғариф учреждениеларында олимпиадалар, конференциялар, төрлө уҡыуҙар уҙҙы, 14 декабрҙә республиканың бөтә мәғариф ойошмаларында “Башҡорт телен яратам!” исемле берҙәм дәрес үтәсәк. Башҡорт дәүләт педагогия университетында онлайн режимда Халыҡ-ара “Аҡмулла диктанты” акцияһы, ”Аҡмулла һүҙе” республика конкурсы ойошторола. Башҡорт теле көнө программаһын Милли йәштәр театрында “Аҡмулла” спектакленең премьераһы дауам итәсәк.

– Башҡорт теле көнө барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында  яҡтыртыласаҡ. Телевидение һәм радио тарафынан Башҡорт теле көнөнә арналған роликтар, программалар, конкурс һәм тура эфирҙар планлаштырылған. “Китап” нәшриәтендә “Автограф көнө” һәм балалар китаптарының презентацияһы буласаҡ, – тине Илнур Илдар улы.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb