14 декабрҙә Өфөлә III «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла. Сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Башҡорт теле көнөнә арнала.
Матур йола буйынса «Тамға» проекты башҡорт милли кейеме оҫталарының эштәрен бер майҙанға – Башҡортостан Республикаһы Милли музейына йыя. Өс йыл дауамында проектта меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, йәмғеһе 3 меңдән ашыу эш тәҡдим ителгән.
Быйыл күргәҙмәлә Мәскәү ҡалаһынан, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәһенән, Башҡортостандың Өфө, Ишембай, Учалы ҡалаларынан, Әбйәлил, Бөрйән, Балаҡатай, Дыуан, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Нуриман, Учалы райондарынан ҡатнашҡан оҫталарҙың – зәргәрҙәр (ювелирҙар), костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар һәм стилистарҙың эштәрен күрергә мөмкин.
- Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарының ҡабатланмаҫ күргәҙмәне ҡарау мөмкинлеге бар. Экспозиция төрлө дәүерҙәге башҡорттарҙың үҙенсәлекле образын кәүҙәләндерә. Күргәҙмәгә килеүселәр реконструкцияланған тарихи костюмдарҙы ла, традицион милли кейем нигеҙендә эшләнгән заманса коллекцияларҙы ла күрәсәк. Шул иҫәптән башҡорттарҙың биҙәүестәре лә тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ конкурс еңеүселәре, жюри ағзалары, билдәле этнографтар, рәссамдар һәм дизайнерҙар менән аралашыу, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. Беҙҙең яңы күргәҙмәгә йәше лә, олоһо ла, төрлө милләт вәкилдәре лә килер һәм башҡорт халҡының тарихына байҡау яһар тип ышанабыҙ, сөнки милли кейем – ул тарихтың сағылышы,- ти ойоштороусылар.
Күргәҙмә 2023 йылдың ғинуар урталарына тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейында дауам итә.
Экспозицияның асылыуы уңайынан «Тамға» конкурсы лауреаттары оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ. Күргәҙмәне асыу тантанаһы 14 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә уҙа.
Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Милли музейы, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы, «Планетамолл-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.