Башҡорт теле көнөнә арналған саралар

Башҡорт теле көнөнә арналған саралар

14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Дата 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың рәсми указы менән башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында индерелде. Башҡорт халҡының бөйөк улы — шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.

Байрам сараһы шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Һуңынан республика юғары һәм урта уҡыу йорттарының алдынғы студенттарына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошма Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрә. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, БР район һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайы рәйестәре, РФ төбәктәренең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашасаҡ. Спикерҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылғы эшенә йомғаҡлау, башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә, популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында докладтар менән сығыш яһаясаҡ, 2021 йылға был йүнәлештә планлаштырылған эштәр хаҡында һөйләйәсәк. Сара оффлайн һәм онлайн уҙғарыла.

Киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында байрам концерты башлана, уның барышында Башҡорт теле йылы йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була. Наградалар Башҡорт теле йылын үткәреү сиктәрендәге сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәренә, РФ төбәктәрендәге башҡорт йәмәғәт ойошмаларына, башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыусыға, һ.б. биреләсәк. Байрам концерты тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb