"Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ 2.0" конкурсына йомғаҡ яһалды

"Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ 2.0" конкурсына йомғаҡ яһалды

2 декабрь, Арт-квадраттың "Йөрәк" ивент-холында «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы уҙҙы. Оффлайн форматта сарала йәмәғәт фекере алдынғылары һәм проекттар авторҙары ҡатнашты, онлайн форматта теләгән һәр кеше БСТ каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирға ҡушылды.

Тура эфир йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың сығышынан башланды. Тамашасылар менән әңгәмәне билдәле алып барыусы Наиль Юнысов алып барҙы.

Сара сиктәрендә яңы ҡулланышҡа индерелә башлаған башҡортса-русса тәржемә сайты, балалар, ололар өсөн мобиль ҡушымталар, "Аҫылташ" йәштәр брендының "АСЫЛ" тип аталған яңы проектын презентациялау уҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған социаль видеолар конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Шулай итеп, видеороликтар конкурсында еңеүселәр:

I урын - Эльнара Фәйзуллина

II урын - Лилиә Яҡшыдәүләтова

III урын - Азамат Мөхәмәтйәнов. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb