Башҡорт теленән диктантты Олег Ханов уҡыясаҡ

Башҡорт теленән диктантты Олег Ханов уҡыясаҡ

21 апрель сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университеты региональ диктант яҙыу ойоштора. Тексты Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С. Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Закир улы Ханов уҡыясаҡ. Быйыл Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» әҫәренән өҙөк алынған.

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01-се һәм 02-се аудиторияларында) БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Учалы, Нефтекама филиалдарында, республиканың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең уҡыу йорттарында уҙасаҡ.

Былтыр  акцияла ҡатнашыусыларға Ғайса Хөсәйеновтың «Әсәм теле — сәсән теле» әҫәренән өҙөк тәҡдим ителгәйне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb