Күптән түгел Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” повесы буйынса спектакль Бүрәт Дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.
Спектакль Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн", 2016 йыл
«Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә "Иң яҡшы режиссер эше" номинацияһында билдәләнде, Екатеринбург, 2017 -Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» әҫәре буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле күп тамашасыларҙың яратып ҡараған спектаклдәренең береһе.
Спектакль балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо, ғаилә яҙмыштары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында.
Ни өсөн спектакль «Хыялға ҡаршы» тип атала? «Ҡаршы» был осраҡта ике мәғәнәлә: хыялға табан ынтылыш, уға ҡаршы йүгереү һәм ниндәйҙер көстөң кемдеңдер хыялына ҡаршы тороуы түгелме һуң?
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хыялы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән етдирәк, ҙурыраҡ һәм көслөрәк. Сөнки уларҙың хыялы бик һирәк тормошҡа аша. Ашҡан хәлдә лә үҙҙәре теләгәнсә түгел. Был үҫмерҙәрҙең хыялы, бер ҡараһаң, үҙҙәренән айырым «йәшәгән» кеүек.
Ә ни өсөн спектаклдең жанры «повесть» тип билдәләнгән? Сөнки төрлө ваҡиғаларҙы айырым артистар (йәштәр) һөйләй: малай, ҡыҙ, тәрбиәсе, әсә, өлкән кеше... һ.б булып. Һөйләй, сөнки уларҙы уйнау мөмкин түгел, бының өсөн шунда тәрбиәләнергә, ошо ваҡиғаларҙы үҙ башыңдан кисерергә кәрәк.
Спектаклде сәхнәгә башҡорт режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйҙы.