Башҡорт ҡатындарын «Йәш килен» республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡорт ҡатындарын «Йәш килен» республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡорт ҡатындары араһында уҙғарылған «Йәш килен» республика этноконкурсына ғвризалар ҡабул итеү башланыд. Йыл да ойошторолған сараның маҡсаттары – милли ғаилә традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау, ғаилә һәм ғаилә институтына ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү, йәштәрҙе тотороҡло ғаилә мөнәсәбәттәрен булдырыуға йәлеп итеү, әсә һәм ҡатын образдарын популярлаштырыу.

Конкурста Башҡортостан Республикаһы төбәктәренән һәм Рәсәй Федерацияһынан башҡорт телендә йәки үҙ диалектында аралашҡан, халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәтен, үҙенең һәм иренең шәжәрәһен, милли аш-һыуын, ата-бабаларының кәсептәрен белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 2023 йылдың 18 февраленән 1 мартына тиклем электрон почтаға (kultbal@mail.ru) ебәрергә.

Беренсе һайлап алыу туры ҡатнашыусыларҙың ғаризаларына ярашлы видеоматериалдар буйынса 2023 йылдың 10 мартына тиклем үтә (фидеояҙмаларҙы kultbal@mail.ru электрон адресына ебәрергә).

Икенсе, һуңғы, туры 2023 йылдың 17-18 мартында Балтас районының Иҫке Балтас ауылында үтәсәк.

Сара сиктәрендә халыҡ ижады йолалары һәм жанрҙары буйынса ижади лаборатория һәм оҫталыҡ дәрестәре, фольклор коллективтары етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл, һандыҡтар күргәҙмә-йәрминкәһе, башҡорт килендәренең конкурс-концерты, «Килен сәйе» конкурс-презентацияһы уҙасаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb