Башҡорт ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте

Башҡорт ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостанда 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип атарға тәҡдим итте. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ағымдағы йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип исемләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылды — Башҡорт теле, ә 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. 

Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың билдәләүенсә, йылдарҙы исемләү айырым йүнәлештәргә тейешле иғтибар бүлеү, системалы рәүештә эш алып барыу мөмкинлеген бирә.

Эльвира Ринат ҡыҙының әйтеүенсә, эш планы 900-гә яҡын пункттан тора. Ҡоролтай вәкилдәре пандемиянан һуң республикала һәм унан ситтә мәҙәни проекттар менән тулыраҡ шөғөлләнергә иҫәп тота.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb