Башҡорт ҡумыҙы Якутияла яңғыраны

Башҡорт ҡумыҙы Якутияла яңғыраны

Күптән түгел Саха Республикаһында (Якутия) мәртәбәле байрам – “Хомус көнө” уҙғарылды. Сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, шул иҫәптән Япония, Эфиопия, Финляндия һәм Американан биш йөҙгә яҡын кеше ҡатнаша. Башҡортостан исеменән байрамда билдәле виртуоз ҡумыҙсы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов сығыш яһаны. 

   «Башҡортостан менән Саха Республикаһы араһында сәнғәт өлкәһендә күптән инде ныҡлы дуҫлыҡ ептәре һуҙылған. Шуға күрә лә байрамды ойоштороусылар мине үҙ туғанын ҡаршылағандай ихлас ҡабул иттеләр. Журналистар менән бик күп аралаштыҡ. Республика телеканалдырының береһендә сығыш яһап, мин, үҙебеҙҙең башҡорт ҡумыҙы сәнғәтенең үҫеше, беҙҙә уларҙың ниндәй төрҙәре һаҡланып ҡалыуы тураһында һөйләнем. Шулай уҡ ағас ҡумыҙҙа «Арбау»ҙы, тимер ҡумыҙҙа «Сал быуаттар ауазы»н, хайранда «Төн», халыҡ көйҙәренә попурри һәм «Салауат маршы»н уйнап ишеттерҙем», -тип тәҫъораттары менән уртаҡлашты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.  

   «Хомус көнө» байрам ғына түгел, ә донъя кимәлендә был боронғо музыкаль ҡорал сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереүғә бәйле   саралар декадаһы ла. Төрлө төбәктән килгән ҡунаҡтар «Хомус музейы»нда экскурсияла була, «Хомус тураһында легенда» китабының исем туйында ҡатнаша, Саха Республикаһының мәҙәниәт министры Владимир Тихонов һәм Якутия мэры Айсен Николаев менән осраша. 

   Сара сиктәрендә уҙған «түңәрәк өҫтәл»дә ҡумыҙ сәнғәтенең киләсәге, артабан үҫеше, Якутияла Донъя виртуоз хомуссылары-ҡумыҙсылары аллеяһын булдырыу мәсъәләләр ҡаралды. «Шулай уҡ, мәртәбәле форумда виртуоз ҡумыҙсылар йәшәгән төбәктәрҙә концерттар ойоштороу һәм башҡа етди һорауҙар тураһында ла һөйләшелде», - тине Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы. 

Бөгөн ҡумыҙ сәнғәте ике йөҙ илдә һаҡланып ҡалған. Бөтә донъя буйынса «виртуоз-хомуссы» исемен йөрөтөүселәр ни бары ун һигеҙ кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың алтыһы бөгөнгө көндә фанни донъяларҙа. Башҡортостанда был мәртәбәле исемгә лайыҡ булыусылар Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Роберт Зәһретдинов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйхзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.  

   «Хомус көнө»нөң ябыу тантанаһы «Опера һәм балет театры»нда ҙур концерт менән тамамлана. Тамашала халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары еңеүселәре, лауреаттары ҡатнаша. Унда яҡташыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа үҙенең бар оҫталығын күрһәтеп сығыш яһап алҡыштарға күмелә һәм Саха Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb