Башҡорт ҡурайы нисек Вьетнамды әсир иткән?

Башҡорт ҡурайы нисек Вьетнамды әсир иткән?

«Российская газета» баҫмаһында «Башҡорт ҡурайы нисек Вьетнамды әсир иткән» тигән мәҡәлә сыҡты. Ысынлап та, Рәсәй-Вьетнам дуҫлығы йыллығын йомғаҡлау концертында Илнур Хәйруллин да ҡатнашҡайны.

— Ҡурайыбыҙҙы бөтөн донъя белергә тейеш. Ул — данлауға лайыҡлы музыка ҡоралы. Тарихтан белеүебеҙсә, күп милләтле Рәсәй дәүләтенә, уның көслө булыуына башҡорттар күп өлөш индергән. Шуға ла әлеге сарала илебеҙ делегацияһы составында ҡурайсы булыуына бик ҡыуандым, ғорурландым. Заманында Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рәшиҙә Туйсина, Азат Айытҡолов донъя буйынса башҡорт сәнғәтен данланы, улар рәтенә инеүем менән бәхетлемен, — ти ҡурайсы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb