Ошо көндәрҙә Мәскәү дәүләт хореография академияһы сәхнәһендә “DanceMoscow” халыҡ-ара классик, заманса сәхнә һәм халыҡ-сәхнә хореографияһы конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүселәр араһында А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы студенты Камила Солтангәрәева ла бар. Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ «Профессионалдар» категорияһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Камила Солтангәрәева классик бейеү йүнәлешендә 16-25 йәшлектәр араһында сығыш яһаны һәм конкурста ике яңғыҙ номер тәҡдим итте. Улар - «Корсар» балетынан «Медора» һәм «Лауренсия» балетынан «Лауренсия» вариациялары. Йәш балеринаны Мәскәүҙәге конкурсҡа А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһының тәжрибәле педагогы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, классик һәм дуэт-классик бейеүҙәр кафедраһы мөдире Ирина Желонкина әҙерләне.
Проектты ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар мине йылы һәм ихлас ҡабул итте. Бәйгеселәр өсөн ыңғай мөхит һәм байрам кәйефе булдырылғайны. Беҙнә рәхәтләнеп бейергә генә ҡалды. Әлбиттә, был бик етди конкурс, унда үҙ эшенең оҫталары ҡатнаша. Жюри ағзаларының көслө составы таң ҡалдыра, уларҙың барыһы ла тиерлек халыҡ артистары һәм хореография буйынса иң яҡшы юғары уҡыу йорттары ректорҙары, - тип һөйләне Камила Солтангәрәева.
Һәләтле яҡташыбыҙҙың конкурстағы сығышының яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/kulturarb?z=video-32478494_456239359%2F53b42361da0feb083b