11-16 октябрҙә Коми-Пермяк милли драматик театрында «Сообщение» III Халыҡ-ара милли театр фестивале уҙа. М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры был сарала Николай Крашенинников романы буйынса ҡуйылған «Амеля» спектаклен күрһәтә. Бөгөн труппа Пермь ҡалаһына юлланды.
Фестивалдә Башҡортостан, Татарстан, шулай ук Воронеж һәм Пермь ҡалаларынан театрҙар ҡатнаша. Быйылғы фестивалдең темаһы: «һайлау ваҡыты».
Сара уңайынан төрлө оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл, күргәҙмә һәм экскурсиялар ҡаралған.
Фестивалдең Гран-при алыусыһын, «Иң яҡшы ир-ат роле өсөн» һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» номинацияларында еңеүсене театр белгестәре Владимир Спешков, Глеб Ситковский һәм Екатерина Кострикова составындағы жюри һайлай.
«Амеля» спектакле яҡын арала Өфө сәхнәһендә 2 ноябрҙә күрһәтеләсәк.