Башҡорт дәүләт филармонияһы хәбәр итеүенсә, Владивосток ҡалаһы һәм Приморье крайында һабантуйҙар үтәсәк. Быйыл башҡорт һабантуйы үткәрелгән төбәктәрҙең һаны тағы ла берәүгә арта. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә теләктәшлек, дуҫлыҡ байрамы – һабантуйҙар үткәреү матур йолаға әүерелде. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы күрше өлкәләрҙә генә түгел Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Ҡырым республикаһы һәм башҡа ерҙәрҙә ойошторола.
24 июнь Владивосток ҡалаһы һәм Приморье крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙ тәүге тапҡыр Һабантуйға йыйыла. Уны март айында ғына барлыҡҡа килгән Приморье крайы башҡорттары Ҡоролтайы (Конгрессы) ойоштора. Халыҡ байрамында Сахалин өлкәһе, Камчатка, Хабаровск крайы, Амурҙағы Комсомольск ҡалаһының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә.
Сарала республикабыҙ исеменән яҡташтарыбыҙ Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм республика конкурстары лауреаты, ҡурайсы Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Фәим Ғайсин сығыш яһай. Улар милләттәштәребеҙҙе халҡыбыҙҙың көй-моңдары, матур концерт программаһы менән генә һөйөндөрөп ҡалмай, ә милли музыка ҡоралдары - ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бирәсәк. Былар барыһы ла 5000 километрҙан ашыу алыҫлыҡта йәшәгән милләттәштәребеҙҙе туплап, дөйөм мираҫыбыҫ, уртаҡ байлығыбыҙ - йолаларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән ойошторола.