Сыуашстанда профессиональ, үҙешмәкәр артистар һәм музыкаль коллективтар ҡатнашлығында беренсе «Ясна музыка» Волга буйы йәштәр этно-фестивале үтте. Сара Президенттың Мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында уҙғарылды.
Фестивалдә Башҡортостан Республикаһынан Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы, ҡурайсы Юлай Ҡасимов һәм «Хазина» этно-проекты сығыш яһаны. Артистар фестиваль лауреаттары булды һәм видеоклип төшөрөү өсөн сертификаттар отто.
Конкурста илдең 15 төбәгенән 100-гә яҡын йырсы һәм музыкаль коллектив ҡатнашты, ә ун конкурсант финалға сыҡты.
Финал турында Башҡортостан, Сыуашстан, Удмуртия, Татарстан, Мордовия республикаларынан, Пенза, Ырымбур һәм Төмән өлкәләренән башҡарыусылар сығыш яһаны. Сара Чебоксарҙа гала-концерт менән тамамланды.