Дағстандың милли сәйәсәт һәм дин эштәре буйынса министры Башҡортостан Республикаһынан әҙәби конкурс еңеүселәре менән осрашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 майҙа Өфөлә «Рәсүлев Ғамзатов тураһында һүҙ» республика әҙәби конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Һәләтле уҡыусылар лайыҡлы сығыш яһаны, үҙҙәренең әҫәрҙәрен абруйлы жюриға тәҡдим итте. Конкурс ике этапта үтте. Беренсе этапта ҡатнашыусылар эссе ебәрергә тейеш ине, ә икенсе этапҡа үткән балалар Рәсүл Ғамзатовтың шиғырын уҡый белеүҙә ярышты. Конкурс йомғаҡтары буйынса 12 еңеүсе һайлап алынды, улар конкурстың төп бүләген - Дағстанда Рәсүл Ғамзатов исемендәге йәйге һауыҡтырыу лагерына юллама алды.
Һәм бына бөгөн Энрик Мөслимовтың саҡырыуы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Ғәзимә Иштуғанова оҙатыуында улар Дағстандың Мәҙәниәт министрлығында ҡунаҡта.