4 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика, транспорт, урман хужалығы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралығы, фән һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, физкультура һәм спорт, йәмәғәт эшмәкәрлеге йүнәлешендә эшләүсе 48 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Бынан тыш, батырлыҡ күрһәткән ике уҡыусы Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
— Бөтәбеҙ ҙә илебеҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтендә эшләйбеҙ. Беҙгә Рәсәй Федерацияһының ошондай көслө төбәгендә – Башҡортостан Республикаһында йәшәү һәм эшләү бәхете тейгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, беҙҙең бюджет тәьминәте, иҡтисади, социаль үҫеш буйынса күрһәткестәр яҡшы ғына. Ошо йәһәттән үҙебеҙгә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәйбеҙ. Артабан да шулай эшләрбеҙ. Был беҙҙең коллективтарҙың, предприятиеларҙың, ижади лабораторияларҙың, мәҙәниәт, мәғариф, фән учреждениеларының тырышып эшләүенән килә. Бында һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ ҙур, хөрмәтле дуҫтар, хеҙмәттәштәр.
Мәҙәниәт өлкәһендә Салауат Юлаев орденына Фәйзи Ғәсҡаров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репетиторы Гүзәл Абсатарова лайыҡ булды. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исеме-Милли симфоник оркестр артисы Зара Садыҡоваға, Рәсих Сәйетхановҡа һәм БР Милли симфоник оркестрының төп дирижеры Раушан Яҡуповҡа бирелде.
Республика Башлығы тантанала ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән тәбрикләне һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләне.