Башҡортостан «Бөйөк илдең бөйөк киноһы» исемле милли акцияла ҡатнаша

Башҡортостан «Бөйөк илдең бөйөк киноһы» исемле милли акцияла ҡатнаша

Хәтер һәм хәсрәт көнөнә арналған «Бөйөк илдең бөйөк киноһы» исемле акцияла Башҡортостан Республикаһы ла ҡатнашасаҡ.

22 июндә, Хәтер һәм хәсрәт көнөндә, «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәге парковкаһының 3-сө ҡатында 50 автомобилгә ҡаралған автокинотеатр эшләйәсәк.

Ҙур экранда Сергей Бондарчуктың «Кеше яҙмышы» нәфис фильмы һәм һуғышта вафат булған шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яңғыратҡан «Ябай мөһим һүҙҙәр. Кеше яҙмышы» исемле документаль фильм күрһәтеләсәк. Фильмдар 21:30 минутта башлана.

Бындай акция 2019 йылдан башлана һәм һәр йыл һайын ҡабатланып торасаҡ. Фронтовиктар тарафынан төшөрөлгән фильмдар бик ҙур әһәмиәткә эйә, улар һуғышҡа булған нәфрәтте һәм кеше тормошоноң ҡиммәтен тамашасылар йөрәктәренә еткерә. Бындай фильмдар еңеү өсөн кеше ғүмерҙәре менән түләнгән юғары хаҡ тураһында һөйләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb