Башҡортостан бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

Башҡортостан бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә

Башҡортостан бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә. Республиканы донъя кимәлендә танытыу өсөн етди этәргес биргән был форум беҙҙә 2020 йылда була. Уның ойоштороу комитеты рәйесе итеп федераль Хөкүмәттә социаль блок өсөн яуаплы вице-премьер Ольга Голодец тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский - уның урынбаҫарҙары. Премьер-министр Дмитрий Медведев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Ойоштороу комитеты составында шулай уҡ Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин бар.

Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. Ғәҙәттә сарала 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша.

Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе – 2000 йылда Японияла уҙғарылды. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне.

2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында уҙасағы иғлан ителде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb