2020 йылда Башҡортостан Бөтә донъя Фольклориадаһының баш ҡалаһы буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Республика Халыҡ ижады үҙәгендә.
Башҡортостанда халыҡ сәнғәте, бейеү һәм хор менән йырлау фестивален ойоштороу тураһында ҡарар ЮНЕСКО-ның – 70 һәм CIOFF халыҡ-ара ойошмаһының 45 йыллығына арналған ЮНЕСКО ҡарамағындағы Бөтә донъя ассамблеяһы сиктәрендә ҡабул ителде. Сара Перуҙағы Арекипе ҡалаһында уҙҙы.
Бөтә донъя фольклориадаһы фольклор һәм традицион сәнғәт фестиваленең халыҡ-ара советы рәсми сараларының бер өлөшө булып тора. Фестиваль дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла уҙғарылды, 2012 йылда уны Корея ҡабул итте, 2016 йылда иһә төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре Мексикаға йыйыласаҡ.